Уға 81 йәш ине. “Мосфильм” киноконцернынан хәбәр итеүҙәренсә, режиссер июнь аҙағында коронавирус йоҡторған. Владимир Меньшов “Любовь и голуби”, “Розыгрыш”, “Москва слезам не верит” фильмдарын төшөрә. Уның кинокартиналары халыҡ араһында һөйөү яулай, тәнҡитселәр тарафынан да юғары баһалана. “Москва слезам не верит” фильмы заманында Америка киноакадемияһының “Оскар” премияһына лайыҡ була.






