Башҡортостандағы Фольклориада ваҡытында Гиннестың рекордтар китабына инәсәк ике күренеш теркәлде

Бер юлы ике донъя рекорды. Башҡортостандағы Фольклориада ваҡытында Гиннестың рекордтар китабына инәсәк ике күренеш теркәлде. Өфөлә уҙған халыҡтар дуҫлығы парады һәм хороводында 57 ил һәм 71 милләт ҡатнашты, бөтәһе 3 меңгә яҡын кеше. Башҡала урамдарын сағыу биҙәктәргә һәм дәртле моңдарға күмгән сарала БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла ҡтанашты.

Моңдар,төҫтәр, хистәр солғанышынан күҙ ҡамаша, күңел тула. Һәр бер делегация үҙенең мәҙәни ҡомартҡыларын, милли кейемдәрен бар матурлығында күрһәтергә тырыша. Сөнки быуындан-быуынға һаҡланып килгән милли костюмдар, уйын ҡоралдары халыҡтың тарихын да, йолаларын да, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә сағылдыра. Мәҫәлән, Әзербайжан ҡыҙҙарының кейемендәге ынйылар сафлыҡты аңлата, ә оҙон сәс инсафлыҡ билдәһе.

Өфөлә уҙған Бөтә донъя Фольклориадаһын 1957 йылда Мәскәүҙә ойошторолған Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестивале менән сағыштырырға мөмкин. Ул да тыныс булмаған шарттарҙа уҙғарыла. Советтар Союзы 130 дәүләт ҡунаҡтарын ҡабул итә. Шул осорҙағы тыныслыҡ һәм берҙәмлек өсөн тигән девиз бөгөн дә көнүҙәк. Башҡортостандағы фольклориаданы ла халыҡтар дипломатияһы тип атарға мөмкин.

Өфө урамы бөгөн тотош ер шарының күсермәһе һымаҡ, бында донъяның төрлө ҡитғалары вәкилдәрен осратырға мөмкин. Тышҡы ҡиәфәт кенә түгел, тел дә, милли кейемдәр ҙә, мәҙәни хазиналар ҙа айырыла. Әммә парадта ҡатнашыусыларҙың бөтәһен дә уртаҡ маҡсат бәйләй.

Глобалләштәреү шарттарына ҡарамаҫтан һәр халыҡтың милли-мәҙәни байлыҡтары һаҡланырға һәм киләсәк быуынға тапшырылырға тейеш. Сөнки донъя мәҙәниәте төрлөлөгө менән матур. Ә Башҡортостандағы сара күләме буйынса Гиннестың рекордтар китабына теркәлер тип көтөлә.

Һәр бер халыҡтың үҙенә генә хас нескәлектәре бар. Мәҫәлән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдерегенә тағылған ҡортбаштар һаҡлау көсөнә эйә тип баһалана. Ә Камерундарҙа ҡортбаштар принцтарҙың баш кейемен биҙәй. Ә бына ҡаҙаҡтар менән ҡырғыҙҙарҙың милли кейемдәре генә түгел, телдәре лә башҡорттарҙыҡына ауаздаш.

Бер нисә саҡрымға һуҙылған парад Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрынан Конгресс Холл амфитеатрына тиклем барҙы. Фольклориадалаа ҡатнашҡан Рәйлә Ишкилдина әйтеүенсә, бар костюмдар ҙа сағыу, әммә үҙеңдеке яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк.

Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов та ошондай уҡ фекерҙә. Мәшһүр беейүсегә донъяның төрлө мөйөштәрендә сығыш яһарға тура килә. Республиканың халыҡ-ара кимәлдәге сараны лайыҡлы ҡабул итеүе оло ғорурлыҡ, ти ул.

Парад Конгресс холл эргәһендәге майҙанда ҙур хоровод менән тамамланды. Ҡатнашыусылар майҙанды төрлө төҫтәргә солғап түңәрәктә әйләнде. Бында бер юлы ике донъя рекорды ҡуйылды, хоровод 51 илде һәм 71 милләтте берләштерҙе. Йәғни Башҡортостан фольклориадаһы тарихҡа халыҡтар берҙәмлеген сағылдырған сара булып та инәсәк.

Фото №1 - Башҡортостандағы Фольклориада ваҡытында Гиннестың рекордтар китабына инәсәк ике күренеш теркәлде

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ