Был турала Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет президенты Филипп Боссан журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.
Фольклориада ҡунаҡтары әйтеүенсә, был сара ойоштороу буйынса олимпия уйындарынан ҡалышмай. Тамаша иң юғары кимәлдә уҙа. Режиссер Айҙар Зөбәйҙуллин фекеренсә, әҙерлек менән бәйле ҡатмарлыҡтар булмаған. Заманса ҡоролмаларҙы урынлаштырыу, һынап ҡарау өсөн ваҡыт ҡына талап ителә.
Асыу тантанаһында Урал батыр ролен башҡарған Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин да ышанысты тулыһынса аҡлаған. Ойоштороусылар әлегә ябыу тантанаһы менән бәйле серҙәрҙе асмай, әммә был сара ла асыу тамашаһы һымаҡ сағыу һәм бай йөкмәткеле булыр тип көтөлә.
Филипп Боссан әйтеүенә, республика башлығының Фольклориаданы 1957 йылда Мәскәүҙә уҙған Йәштәр һәм студенттар фестивале менән сағыштырыуы осраҡлы түгел, Өфөгә килгән делегациялар составында ла йәштәр күп.
Рәмзиә Кәримова




