Донъя тәңкәләренән йыйылған башҡорт милли биҙәүесенең презентацияһы 10 июлдә үтә. Әлеге ваҡытта Дим буйы башҡорттарына хас биҙәүес әйберҙе эшләү менән Өфөләге «Селтәр» студияһы мәшғүл. Күләмле мәҙәни форум сиктәрендә баш ҡалала оҫталар ҡаласығы ла эшләй.
Сараға килеүселәр теге, йәки был илдең сувенир продукцияһын һатып алыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Венгрҙарҙың күндән беләҙек, белорустарҙың ҡулъяулыҡ, ә итальяндарҙың ағастан һырлап битлек эшләү кеүек оҫталыҡ дәрестәре мауыҡтырғыс үтте. Донъя халыҡтарының биҙәү сәнғәте үҙенсәлектәренә төшөнөүселәр бер-береһенә бүләктәр ҙә өләште.
Азат Ғәлиуллин




