VI Бөтә донъя фольклориадаһы республика буйлап атлай

Бөгөн республика ҡунаҡтары 4 фестиваль округы буйлап таралыша. Сағыу тамашалы концерт программалары барлығы 22 муниципаль округта үтәсәк. Ошо минуттарҙа фестиваль программаһы Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы алдында башланып тора.

Ҡала халҡы Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Мексика, Индонезия һәм Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте менән танышасаҡ. Көндөҙгө сәғәт 3-тә Камерун, Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор һәм Румыниянан килгән ижади коллективтар Мишкә районында сығыш яһай. Ошо уҡ ваҡытта Дүртөйлөлә Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстонии, Чили, Парагвай һәм Бенин илдәренән килгән делегациялар үҙҙәренең мәҙәни программаһын тәҡдим итә.

Өфө тамашасылары бөгөн «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙандарҙа ике концерт ҡарай ала. Сәғәт 2-лә Польша, Панама, Италия ижади ансамблдәре үҙенсәлекле шоу тәҡдим итһә, киске сәғәт алтыла Болгария, Испания, Ҡаҙахстан һәм Колумбия илдәре ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт программаһына старт бирелә.

Кисә хедлайнерҙары булып Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana фолк проекты сығыш яһай. Бынан тыш, республика милли музейында көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-сы яртыға тиклем «Донъя халыҡтары битлектәре» һәм «Донъя халыҡтары музыка ҡоралдары күргәҙмәләре эшләй.

Фото №1 - VI Бөтә донъя фольклориадаһы республика буйлап атлай

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ