Миловка ауылындағы күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан

Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килеп еткәндә торлаҡтың икенсе ҡатындағы фатир ут эсендә ҡалған була. Ғәҙәттән тыш хәл министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булған йәки йәрәхәтләнгән граждандар теркәлмәгән.

Хәүефле участканан 20 кеше, шул иҫәптән ике бала эвакуацияланған. Янғын сығыу осрағы буйынса тикшереү ойошторолған.

Фото №1 - Миловка ауылындағы күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ