Фольклориада телеэкрандарҙа һәм урам экрандарында

Фото №1 - Фольклориада телеэкрандарҙа һәм урам экрандарында

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамаша барышын тура эфирҙа күрһәтә. Өфөлә 3 фан-зона булдырылған. “Беренсе май”, “Дим” һәм “Тулҡын” мәҙәниәт һәм ял парктарында экрандар һәм тауыш аппаратуралары ҡуйылған. Трансляция алдынан был баҡсаларҙа баш ҡала ансамблдәре һәм коллективтары сығыш яһай. Унда шулай уҡ сувенирҙар һатыла, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, күргәҙмәләр ҙә асылған. Фан-биләмәләр 18 сәғәттән төнгө ун бергә тиклем эшләй.

Донъя фольклориадаһы тураһындағы мәғлүмәт бер урынға – мобиль гидҡа тупланған. folkloriada.онлайн порталында тамашалар теҙмәһе, яңылыҡтар, Өфөнөң тарихи һәм иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәт табырға була.

Фотоһүрәт : “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ