Ул 59 йәшендә вафат булды.
Азамат Шәриф улы 1996 йылда Бөтә Рәсәй кино төшөрөүселәр институтын тамамлай. Республика теле-радиотапшырыуҙар компанияһында режиссер, артабан баш режиссер булып эшләй. Ул 50-нән ашыу фильм төшөрөүҙә ҡатнаша. Эштәре халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яулай. Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн 11 сәғәттә “Башҡортостан” теле-радио компанияһында үтә.






