Бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уны уҙғарыуҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе. “Ҙур фольклор байрамы республика райондарында дауам итә. Эпидемиологик хәлгә бәйле, һаҡланыу сараларын күреү мөһим”, - тине Радий Хәбиров.
Бөгөн Бөтә донъя фольклориадаһының дүртенсе көнө. Сит ил делегациялары ҡала һәм ауылдар буйлап сәфәрен дауам итә. Колумбия ансамбле бөгөн Нуриман районда сығыш яһай. Һәүәҫкәр артистар сағыу программа әҙерләгән. Төркөм кураторы Гөлнур Ҡорманаева:
Колумбия, шулай уҡ Польша, Греция, Панама, Ҡаҙағстан коллективтарының сығышы Ҡыҙыл Яр ауылында район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда үтә. Бөгөн фольклор концерттары Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Ҡариҙел һәм Бөрйән райондарында ла була. Тамашасылар битлек кейергә, социаль ара һаҡларға тейеш. 4 төбәктә лә сара көндөҙ сәғәт 1-ҙә башлана.






