Башҡортостанда уңайлы инвестиция мөхите

Фото №1 - Башҡортостанда уңайлы инвестиция мөхите

Төбәк менән эшләүе уңайлы, ышаныслы һәм табышлы. Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин Башҡортостандың сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа беренсе урын алғанынан һуң шундай фекер еткерҙе. Уның һүҙҙәренсә, рейтингтағы беренсе урын көтөлгән һөҙөмтә һәм республика башлығы етәкселегендәге команданың бер-береһен аңлап, эҙмә-эҙлекле эш итеүен күрһәтә. Башҡортостанда йылдам үҫеш биләмәләре булдырыла, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләре хәл ителә. Быларҙың барыһы ла төбәк иҡтисадын үҫтереү өсөн ыңғай һөҙөмтә бирә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ