Бөгөн йәмәғәтселек кинорежиссер Азамат Хужәхмәтовты һуңғы юлға оҙатты

Фото №1 - Бөгөн йәмәғәтселек кинорежиссер Азамат Хужәхмәтовты һуңғы юлға оҙатты

Ул 59 йәшендә вафат булды. Азамат Шәриф улы 1996 йылда Бөтә Рәсәй кино төшөрөүселәр институтын тамамлай. Республика теле-радиотапшырыуҙар компанияһында режиссер, артабан баш режиссер булып эшләй. Ул 50-нән ашыу фильм төшөрөүҙә ҡатнаша. Эштәре халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яулай. “Ҙур оҫта арабыҙҙан китте. Ихлас коллегабыҙҙы юғалттыҡ”, - ти “Башҡортостан” кино төшөрөүселәр берлеге рәйесе Зөһрә Бураҡаева.

Бөгөн йәмәғәтселек кинорежиссер Азамат Хужәхмәтовты һуңғы юлға оҙатты

“Азамат Хужәхмәтов яҡшы дуҫ, уңған һәм һәләтле режиссер булды”, -ти журналист Ришат Миндияров.

Бөгөн йәмәғәтселек кинорежиссер Азамат Хужәхмәтовты һуңғы юлға оҙатты

Азамат Хужәхмәтов Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ер ҡуйынына тапшырыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ