“Туҡталыш та булыр”. Баҡсасылар мәнфәғәтен ҡайғыртып

Фото №1 - “Туҡталыш та булыр”. Баҡсасылар мәнфәғәтен ҡайғыртып

“Нефтекама ҡалаһы янында күп кенә баҡсасылар ширҡәте бар. Баҡсасылар унда ғәҙәттә 13-сө автобуста йөрөй. Участкаларға барыусыларҙың байтағы оло йәштәгеләр. Әммә уларға транспортты асыҡһауала көтөргә тура килә. Һуңғы туҡталышта ғына павильон бар. Уны туҡталҡа тип әйтергә хатта тел дә әйләнмәй. Мәсьәләне бары тик ҡала хакимиәте генә хәл итә ала”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Миләүшә Сиражетдинова. Уның хаты “Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән. Миләүшәнең һүҙҙәрен яҡташтары ла хуплай. Улар өҫтәмә автобус булһа, юлда оҙаҡ көтөргә тура килмәҫ ине, тип билдәләй.

Республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының өҫтәмә рейс булдырыуы тураһында хәбәр итә. Автобус 20 сәғәт 10 минутта ҡуҙғала. Был ваҡыт ҡайтырға сыҡҡан баҡсасылар өсөн айырыуса уңайлы. “Туҡталыш проблемаһы ла тиҙҙән хәл ителәсәк”, - тип белдерәләр Нефтекама ҡала хакимиәтенән.

   “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ