Аҙна аҙағына тиклем республика халҡы 37 илдән килгән ижади коллективтарҙың сығышын ҡарай ала. Австрия төркөмө вәкиле Мартин Тейбенгер тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Бөгөн Өфөлә ике майҙанда тамаша була. Салауат Юлаев майҙанында концерт 16 сәғәттә башлана. Бында шулай уҡ оҫталар ҡаласығы урынлашҡан. Төрлө илдәрҙән кәсепселәрҙең эштәре менән танышырға һәм сувенирҙар һатып алырға була. “Ватан” этнопаркында тамаша 18 сәғәттән һуң башлана. “Фольклориада йөрөге” тип аталған майҙандан концерт барышын БСТ телеканалы тура эфирҙа күрһәтә.






