“ТКО-Башҡортостан” тигән электрон системала контейнер майҙансыҡтарҙың 99 проценты теркәлгән. Әммә район һәм ҡалаларҙа халыҡтан ялыуҙар юҡ түгел. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында сығармау, сүп һауыттары һәм майҙансыҡтары булмау, түләүгә бәйле мөрәжәғәттәр күп килгән. Һуңғыһына туҡталғанда, сүпте сығарыу буйынса халыҡтың төбәк операторҙары алдында бурысы 1 миллиард 100 миллион һумдан ашҡан. Андрей Назаров кешеләр араһында түләүгә бәйле аңлатыу эшен әүҙемерәк алып барыу кәрәклеген белдерҙе.




