Республика буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ял һәм байрам көндәрендә эскән килеш руль артына ултырғандар йышыраҡ теркәлә. Халыҡ ял көндәрендә ҡалалан ситкә сығып китә. Һыу буйҙарында йәки урманда спиртлы эсемлектәр ҡуллана һәм кире ҡайтҡанда полицияға тотола. Ведомствонан белдереүҙәренсә, ҡайһы берҙә граждандар иҫерек водителдәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Улар 112 номерына шылтыратып эскән килеш руль артына ултырған кеше тураһында хәбәр итә.






