Дүртөйлөнән журналист һәм балалар яҙыусыһы Илдус Тимерханов хәрби хеҙмәттә бергә булған эстон танышын осратҡан. Райву Юлеманте бейеү коллективы менән Фольклориадаға килгән. Илдус Тимерханов әйтеүенсә, улар Алыҫ Көнсығышта Уссурийск ҡалаһында бергә хеҙмәт иткән.






