Башҡортостанда 10 меңдән ашыу оло кеше йыл һайын бушлай сәйәхәт итә ала

Фото №1 - Башҡортостанда 10 меңдән ашыу оло кеше йыл һайын бушлай сәйәхәт итә ала

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ошондай бурыс ҡуйҙы. Быйыл “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” программаһы буйынса 2 меңдән ашыу кеше республиканың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт иткән. Социаль турҙарға ярашлы, оло йәштәгеләр Өфө, Бөрө ҡалалары, “Янғантау”, “Торатау” геопарктары, Шүлгәнташ мәмерйәһендә булған. Киләсәктә квотаны арттырып, 10 меңдән ашыу оло кеше республика буйлап бушлай сәфәргә сыға ала.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ