Социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбировҡа Өфөлә йәшәүсе әсә мөрәжәғәт иткәйне

Фото №1 - Социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбировҡа Өфөлә йәшәүсе әсә мөрәжәғәт иткәйне

Ул Краснодар крайының Туапсе районында ҡалған балалар яҙмышын хәл итеүҙә ярҙам һораны. Әсә кеше, диңгеҙ буйында көслө ҡойма ямғыр сәбәпле, ауыр хәлдә ҡалған балаларҙы Башҡортостанға ҡайтарыу мәсьәләһен күтәрә. Балалар ялдан 11 июлдә поезд менән ҡайтырға тейеш булған. Республика менән идара итеү үҙәге проблеманы хәл итеүгә тотондо. Әле балаларҙың кире юлға булған билеттарын яҡын көндәргә күсереү тураһында һөйләшелә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ