Уҙған көн Өфө амфитеатрында хедлайнер сифатында “Евровидение-2021” конкурсында ҡатнашыусы Манижа сығыш яһаны. Йырсы фольклориаданың киң күләмдә үтеүенә, республика халҡының һәм тамашасыларҙың ихласлығына хайран ҡалыуы тураһында белдерҙе. Концерт алдынан Манижаға Ҡырағай Башҡорт псевдонимы аҫтында блог алып барған Илнур Мифтахов рауза сәскәләренән ҙур гөлләмә, Манижаның әсәһенә башҡорт түшелдереге бүләк итте.






