Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса, республикала тестарҙы 107 уҡыусы 100 балға тапшырған

Фото №1 - Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса, республикала тестарҙы 107 уҡыусы 100 балға тапшырған

Иң күбе физика, рус теле, химия, информатика фәндәренә тура килә. 8 предмет буйынса уртаса балдарҙың күтәрелеүе теркәлгән. Ике имтиханды ла 100 балға биреүселәр быйыл бишәүгә артҡан. 100 балл йыйыусы уҡыусыларҙың 80 проценты Өфө һәм Мәскәү вуздарына, ҡалғандары Санкт-Петербург, Ҡазан йәки Екатеринбург уҡыу йорттарына инергә планлаштыра. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән быйылдан 100 баллы уҡыусылар Башҡортостан вуздарына уҡырға ингәндә 150 мең, уларҙы әҙерләгән педагогтар 50 мең һум күләмендә премия ала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ