Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, был эшкә дәүләт учреждениеларын ғына түгел, ошо йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмаларҙы ла йәлеп итергә кәрәк. 2024 йылға тиклем республикала 30 реабилитация үҙәге ойошторолорға тейеш. Әле Өфөлә ике уҡыу-күнекмә фатиры эшләй. Бында сәләмәтлек үҙенсәлектәре булған балалар шөғөлләнә һәм үҙаллы йәшәргә өйрәнә. Былтыр март айында Башҡортостан башлығы грантына республикала тәүге көндөҙгө мәжғүллек үҙәге асылды.






