Аэровокзалдың матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, көн һайын ике осош ҡаралған. Рейстарҙы Аэрофлот компанияһының 158 пассажирға иҫәпләнгән Аэрбас А-320 самолеттары башҡарасаҡ. Яңы теҙмә буйынса осоштар 16 июлдә иртәнге 7-лә башлана. ЮТэйр, Нордвинд, S7 авиалиниялары һәм Победа авиа компаниялары ла көндәлек рейстарын дауам итәсәк.







