Быйылғы конкурс программаһында Чулпан Хаматова, Владимир Вдовиченко, Игорь Верник, Варвара Шмыкова төшкән фильмдар бар. Еңеүсене тамашасылар билдәләй. Төп приз – 500 мең һум күләмендәге грант. Урам киноһы фестивале Мәскәүҙә башланды, сентябрь аҙағына тиклем Рәсәйҙең меңдән ашыу биләмәһендә үтә.




