Был турала республиканың сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙә беренсе урын алыуы һөйләй. Тикшереү 40 үҙенсәлек буйынса 4 йүнәлештә алып барылған. Сәнәғәткә ярҙам саралары, йүнселдәрҙең әүҙемлеге һәм сәнәғәт етештереү күләме төп күрһәткестәр араһында.
Пандемияға бәйле ауырлыҡтарға һәм сикләүҙәргә ҡарамаҫтан Башҡортостан етәкселеге сәнәғәтселәрҙе яңғыҙ ҡалдырманы, хатта бөлгөнлөк алдында торған заводтарға яңы һулыш бирҙе.
Уңышлы миҙалдарҙың береһе – Күмертау авиация-етештереү предприятиеһы. Бер нисә йыл дауамында ул ҡатмарлы финанс-иҡтисади хәлдә булды һәм етерлек күләмдә заказдар портфеле менән маҡтана алманы. Берлектәге көстәр ярҙамында завод яңырыу осоро кисерә, ә уның хеҙмәткәрҙә эш урындары менән тәьмин ителә. Бөгөн донъяла Күмертау вертолеттарына ихтыяж бермә-бер артҡан.
«Иннопром-2021»халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙанында иғлан ителгән юғары күрһәткестәр барлыҡ идаралыҡ командаһының берлектәге хеҙмәт емеше. Быйыл 5 айҙа Башҡортостанда сәғәнәт производствоһы индексы 101,5 процент тәшкил иткән. Эшкәртеүсе предприятиелар 5,5 проценттан ашыу өҫтәгән.
Инвестиция сәйәсәтендә яңы инструменттар индерелә. Күләмле сәнәғәт проектарын тормошҡа ашырыу өсөн федераль сығымдар йәлеп ителә. Был иҡтисад үҫешенә генә түгел, предприятилар хеҙмәткәрҙәренең дә киләсәккә ышанысын арттыра.
Илдар Байбулатов




