Башҡортостанда 6-сы халыҡ-ара фольклориада гөрләй

Төрлө милләттәрҙе берләштергән күләмле ижади фестиваль сиктәрендә республика район-ҡалаларында бай программалы тамаша үтә. Сит ил ҡунаҡтары бөгөн Бөрйән, Яңауыл, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ ҡалаларында сығыш яһап урындағы халыҡ менән аралашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡорт халҡының эпостарында һәм фольклорында әһәмиәтле урын алып торған Аҡбуҙат образы мәңгеләштерелде. VI Бөтә донъя фольклориада барышында Бөрйән районында риүәйәттәрҙәге сағыу образ - Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды. Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылған мөһәбат скульптура урындағы халыҡты ла, сит ил ҡунаҡтарын да битараф ҡалдырманы.

Төбәктә үткән Халыҡ-ара фольклориада сиктәрендә асылған һәйкәлдең бейеклеге биш метр, ауырлығы өс тоннаға еткән. Аҡбуҙат танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы буйынса Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған. Һәйкәлде асыу тантанаһында башҡорт эпосы менән таныштырған сағыу мәҙәни программа тәҡдим ителде.

Аҡбуҙат – башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә арналған берҙән-бер һәйкәл булып тора. Фольклориада осоронда эпос персонажын тергеҙеү матур йолаға әүерелгән тип әйтергә мөмкин. 2016 йылда Мексикала үткән фольклориадала тантаналы шарттарҙа милли геройға һәйкәл асылған.

Фольклорида тарихи мираҫты һаҡлау маҡсатында ойошторолған сара. Ижади фестивалдә ҡатнашыусылар араһында йәш быуын вәкилдәренең булыуы ҡыуаныслы, сөнки был мираҫты улар киләсәк быуындарға тапшырасаҡ. Аҡбуҙатҡа һәйкәл – уникаль скульптура, уға оҡшаған һәйкәлдәрҙе күргәнем булманы.

Филипп Боссан, CIOFF президенты

Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыу тантаһы үтһә, Яңауылда фольклориада ҡунаҡтары үҙәк майҙанда халыҡ йырҙарын йырлап, дәртле бейеүҙәр бейеп урындағы халыҡҡа рухи ял сәғәттәрен бүләк итте. Мәҙәни сарала Хорватия, Әзербайджан, Чили ,Эстония, Һиндостан ижади коллективтарының милли күргәҙмәһе ойошторолдо. Сит ил ҡунаҡтарынанан тыш тамашасыларға Яңауыл һәүәҫкәр артистары әҙерләгән программа тәҡдим ителде.

Ҡариҙел районында фольклориада майҙаны ижади йәрминкәне хәтерләтә. Перу, Эквадор, Франция, Румыния ҡул оҫтары күргәҙмә ойоштороп милли биҙәүестәре, орнамент, музыка ҡоралдары менән таныштырҙы. Урындағы халыҡ туғыҙ илдән килгән фольклор ансамбленең ижады менән яҡындан таныша алды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған мәҙәни сара Испания, Колумбия, Болгария, Мексика кеүек илдәр әҙерләгән сағыу программанан торҙо. Ҡала үҙәгендәге төп майҙан ижади төркөмдәрҙең күплегенән, уларҙың сағыу костюмдарынан балҡып торҙо. Әлбиттә, фестивалдең төп өлөшө Өфө үҙәгендә үтә.

«Торатау» Конгресс холлы алдындағы майҙанда билдәле йырсы Манижа сығыш яһаны. Фольклориада уҙғарылған бөтә район-ҡалаларҙа хәүефһеҙлек сараларына төплө иғтибар бүленә. Санитар талаптар үтәлеше даими тикшерелә, ҡунаҡтарҙың һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеге күҙәтеү аҫтында ҡала. Ижад, йыр-моң, бейеү, сәнғәт тантанаһы төбәктә шәмбегә тиклем дауам итәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда 6-сы халыҡ-ара фольклориада гөрләй

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ