Манижаға бүләккә 100 рауза сәскәһе

Өфөнән Илнур Мифтахов «Евровидение» ҡатнашыусыһына үҙенсәлекле бүләк яһаны. Инстаграмда Ҡырағай башҡорт исеме менән билдәле блогер шулай уҡ йырсының әсәһен дә онотмаған. Ул Нәджибә ханымды башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары түшелдереге менән ҡыуандырҙы.

30 йәшлек егет йырсы туҡтаған ҡунаҡханаға һыбай һәм башҡорт кейемендә килгән. Уның бындай ҡыйыулығы Манижаны шунда уҡ әсир итте. Ул үҙенең ижадын яҡын күреүсе яҡташыбыҙға оло рәхмәтен еткерҙе.

Фото №1 - Манижаға бүләккә 100 рауза сәскәһе

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ