Сит ил коллективтарын Учалы, Борай, Тәтешле райондары һәм Октябрьский ҡалаһы ҡаршы алды. Өфөлә тамаша ике майҙанда ойошторола. Әлеге минуттарҙа Салауат Юлаев майҙанында Ҡаҙағстан, Испания, Австрия, Колумбия, Индонезия коллективтары сығыш яһай. Кисен “Фольклориада йөрөге” тигән төп сәхнәлә Словакия, Панама, Греция артистары, шулай уҡ Франциянан “Plantec” төркөмө һәм Мәскәүҙән волынкала уйнаусылар коллективы концерт күрһәтә.






