Башҡортостанда инвалидтар өсөн файҙалы мәшғүллек үҙәктәре булдырыла

Фото №1 - Башҡортостанда инвалидтар өсөн файҙалы мәшғүллек үҙәктәре булдырыла

Республика Хөкүмәтендә социаль-реабилитация мәсьәләләре ҡаралды. Өфөлә мөмкинлектәре сикләгәндәрҙе үҙ аллы йәшәү алымдарына өйрәтеү буйынса ике уҡытыу-күнекмә фатиры булдырылған. Бында балаларҙы көн тәртибе буйынса йәшәргә, ашарға бешерергә, өй йыйыштырырға, йәмәғәт транспортында үҙаллы йөрөргә һәм башҡа файҙалы көндәлек эштәргә өйрәтәләр. 2019 йылда 200-ҙән ашыу инвалид бала “тормош һабаҡтары” алып сыҡҡан. 2024 йылға республикала 30 файҙалы мәшғүллек үҙәге булдырылырға тейеш.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ