Аграрийҙарға страховка сығымдарының 80 проценты ҡапланасаҡ

Яңы ғәмәлгә ингән федераль законда тәбиғәт ғәрәсәтенә бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҫтерелгән уңышты һәм күп йыллыҡ үҫентеләрҙе юғалтыу осраҡтарында ауыл эшсәндәренә компенсация түләү ҡарала.

Бынан ары ҡаҙнанан страховка премияһының яртыһы урынына 80 процент түләсәк. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары өсөн был компенсация 2023 йылға тиклем һаҡлана, артабан ул 2025 йылға тиклем 50 процентҡа тиклем кәмейәсәк. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе эре предприятиелар өсөн субсидиялар 2024 йылда 50 процентҡа тиклем кәмей.

Фото №1 - Аграрийҙарға страховка сығымдарының 80 проценты ҡапланасаҡ

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ