Бейеү сәхнәһендә күсмә вакцинация

Өфөләге клуб-ресторандарҙың береһендә иллегә яҡын хеҙмәткәр коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатты.

12 июлгә тиклем ойошмала коллектив иммунитетты йөҙ процентҡа булдырырға ниәтләйҙәр. Ошо маҡсатта поликлиника менән килешеү төҙөлгән. Медицина учреждениеһы белгестәре Гам-ковид-вак препаратын ҡаҙар алдынан һәр кемдең сәләмәтлеген тикшерҙе, икенсе компонент 21 көндән һуң яһала.

Ковид-сикләүҙәр ваҡытында ресторан ҡунаҡтары өсөн дә вакцинация үтеү мөһим. Сертификат йә ПЦР-тест булғанда ғына ял итеүгә ишектәр асыла.

Фото №1 - Бейеү сәхнәһендә күсмә вакцинация

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ