Республика Милли музейында ошондай күргәҙмә асылды. Ул Бөтә донъя фольклориадаһына арнала. Музей мөхәррире Нурия Кинйәбаева ундағы ҡомартҡылар менән таныштыра.
Күргәҙмә авгусҡа тиклем дауам итә. Милли музейҙа әле донъя халыҡтары битлектәре һәм уйын ҡоралдары фотокүргәҙмәһе менән дә танышырға була. Тулыраҡ мәғлүмәт учреждениеның рәсми сайтында.




