Алда өс көндәге саралар 12 районда була. Фестивалде ябыу тантанаһы 10 июлдә Өфө амфитеатрында 17 сәғәт 30 минутта башлана. Бөгөн бында Индонезия, Польша, Мексика илдәренең ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт бирелә. Төп ҡунаҡ сифатында Ҡаҙағстандың “Улытау” этно-рок төркөмө сығыш яһай. 18 сәғәттә башланған тамашаны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.
Башҡортостан Милли музейында иһә “Донья халыҡтары маскалары” һәм “Донья халыҡтары уйын ҡоралдары” күргәҙмәләре эшләй. Инеү бушлай, битлектә булыу мотлаҡ. Салауат Юлаев исемендәге майҙанда һөнәрселәр һәм кәсепселәр күргәҙмәһе лә эшен дауам итә.






