Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә

Фото №1 - Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә

Ултраҡовтар Хәйбулла районындағы билдәле ғаиләләрҙең береһе. Улар республикала үткәрелгән ярыш һәм конкурстарҙа алдынғы урындар яулай. “Беҙҙең ғаиләлә быуындар күсәгилешлеге һаҡлана”, -ти Әлфиҙә, Ғәлимйән һәм Наҙгөл Ултраҡовтар.

Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә

“Бала мотлаҡ ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Унда ул бәхетле кеше булып үҫә”, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тәнзилә Бикбаева.

Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә

Был минуттарҙа Өфөлә татыу һәм өлгөлө ғаиләләрҙе “Ата-әсәлек даны” ордены, һәм “Ата-әсәлек ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләү тантанаһы бара. Унан әҙерләнгән репортажды беҙҙең киләһе сығарылыштарҙа тыңлағыҙ.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ