1 сәғәттән Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙанында сит ил ҡунаҡтарының сығыштары башлана. 15 сәғәттә Боливия, Греция, Панама, Ҡаҙағстан, Испанияның ижади коллективтары Ауырғазыла, Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, Америка, Швейцария һәм Албания вәкилдәре Сибайҙың Үҙәк майҙанында сәнғәт өлгөләрен күрһәтә. 16 сәғәттә Асҡын районы Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния коллективтарын ҡабул итә. Форумда республика коллективтары ла ҡатнаша.






