“Арғымаҡ” төркөмө Беренсе каналда сығыш яһаны

Бөгөн танылған этно-рок төркөмө Беренсе каналда барған “Хәйерле иртә” программаһының асыҡ һауалағы студияһында – Горький паркында сығыш яһаны. Коллектив “Байыҡ” йырын башҡарҙы. Төркөм етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамазанов беҙҙең республикала барған VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында һөйләне. Алып барыусылар Светлана Зәйнәлова һәм Роман Будников һоҡланыуын йәшермәне. “Арғымаҡ” төркөмө Өфөлә 10 июлдә – фольклориаданы ябыу тантанаһында сығыш яһай.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ