Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыусылар республика райондары һәм ҡалалары буйлап сәфәрен дауам итә. Беҙҙең республика 4 фестиваль округына бүленгән. Бөгөн тамашалар Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Асҡын райондары һәм Сибай, Нефтекама ҡалаларында дауам итә. Фольклор байрамында ҡатнашыусылар тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Һиндостандан Паван Капур башҡорт милли кейемдәрен оҡшатҡан.
Фольклориадала Парагвайҙан “Айбероамерикано” фольклор ансамбле сығыш яһай. Көньяҡ Американан алыҫ араларҙы яҡынайтап килгән артистар – фестивалдең ҡәҙерле ҡунаҡтары. Ансамбль солисы София Арче ошондай мәҙәни форумдарҙың әһәмиәтен юғары баһалай.
Хорватиянан Энрик Мердич Башҡортостанда беренсе тапҡыр түгел. Ул беҙҙең республика халҡының ҡунаҡсыллығы һәм йомартлығы менән һоҡлана.
Бөтә донъя Фольклориадаһында 37 илдән коллективтар ҡатнаша. Халыҡ-ара фестиваль 10 июлдә тамамлана.






