Баш ҡалала өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде

Фото №1 - Баш ҡалала өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде

Бөгөн Өфөлә өлгөлө балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә “Ата-әсәлек даны” ордены һәм “Ата-әсәлек ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында батыр улдар үҫтергән ҡатындар ҙа булды. Стәрлетамаҡ районы Васильевка ауылынан Рәшиҙә һәм Абдулхай Сәйфетдиновтарҙың улы Рафиҡ Чечняла һәләк булған. Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров ғаиләгә “Ата-әсәлек ҡаһарманлығы” миҙалын тапшырҙы. Уларҙың улы Рафиҡ 1995 йылдың ғинуарында Грозный ҡалаһында террористар менән алышта һәләк була. Үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ ордены һәм “Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. “Чечня һалған яралар онотолмай. Улыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге йөрәктә”, - ти Рәшиҙә Әмирйән ҡыҙы.

Баш ҡалала өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде

Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан Фидүс Мусин да Чечня ерендә һәләк булған. “Улым хәрби бурысын үтәүҙән баш тартманы. Ғәҙел һәм ҡыйыу булды”, - ти егеттең әсәһе Әминә Мусина. Ул һаман да күҙ йәштәрен йәшерә алмай.

Баш ҡалала өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде

“Фидүстең исемен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙыҡ. Тыуған ауылындағы үҙәк урамдарҙың береһе батыр һалдат исемен йөрөтә”, - ти Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауыл Советы рәйесе Розалия Хафизова.

Баш ҡалала өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде

Бөгөн Радий Хәбиров шулай уҡ Әбйәлил егете – 8-се класс уҡыусыһы Данир Мөхәмәҙиевты ла бүләкләне. Үҫмер быйыл июндә һыуға батып барған баланы ҡотҡара, уға тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. Малайҙың уҡытыусыһы Азамат Аҫылғужинға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Выборы 2026
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ