Башҡортостан Үҫеш корпорацияһында инвесторҙар менән осрашыу үтте. Кушнаренко районында “Столыпино” хужалығы ниҙегендә агропарк булдырырға тәҡдим ителде. Бында еләк һәм емеш үҫтерелә. Киләсәктә цехтар төҙөп еләк-емеш һәм йәшелсәне эшкәртеп һатырға тәҡдим ителде. Быға тиклем проект Республика Хөкүмәтендә “Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡаралғайны һәм хуплау тапты.






