Импортҡа алмашҡа. Өфөлә Башҡортостандың сәнәғәт үҫтереү фонды ярҙамында быға тиклем сит илдә генә етештерелгән продукция сығарыу яйға һалына. Юғары баҫымлы шланг етештереү линияһы «Технодизель» предприятиеһында ҡоролдо. Импортҡа алмашҡа килгән тауарҙың сифатын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин барып күрҙе.
Юғары баҫымлы шланг өсөн резина ҡатнашмаһын да Технодизель предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ҡайната. Ҡушымталар грамлап үлсәп һалына. Продукция өлгөһө тәүҙә цехта уҡ һынау үтә.
Артабан рензина ҡатнашмаһы предприятиеның лабораторияһында тикшерелә. Компьютер сеймалдың һығылмалылығын, сифатын тикшерә.
Сифат һынауын үткән сеймал, шланг һуҙыу линияһына эләгә. Резина махсус ҡоролмала йылытыла. Үҙәгендәге бушлыҡ диаметры билдәләнеп унан шланг һуҙыла.Һуңынан синтетик сүстәр менән уратылып, өҫтөнән йәнә бер ҡат резина ҡаплана.
Етештереү линияһында сменаһына яҡынса 10 километрлыҡ шланг һуҙыла. Уларҙы ҡулланыу даирәһе киң.
Әлегә тиклем Рәсәйҙә юғары баҫымлы шлангтарҙы сит илдәрҙән генә һатып алғандар. Өфөлә уны етештереүҙе яйға һалыу импортты алмаштырыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Проект 2020 йылда Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында ғәмәлгә ашырылған.
«Технодизель» предприятиеһы власть даирәләренең сәнәғәткә бүлгән иғтибар өлгөһө тип әйтергә мөмкин. Дөйөм алғанда Башҡортостанда индустрия үҫеше дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Сәнәғәт иҡтисадтың локомотивы. Яңы етештереү линиялары, эш урындары, тимәк халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу тигән һүҙ.
Башҡортостан командаһының хеҙмәт емеше яңыраҡ Екатеринбург ҡалаһында үткән халыҡ-ара «Иннопром» күргәҙмәһендә лә юғары баһа алды. Сәнәғәт һөҙөмтәлелеге рейтингында республика Рәсәйҙә беренсе урынға сыҡты.
Рафиҡ Әхмәтшин




