Янғындан зыян күргән ғаиләгә ярҙам кәрәк!

Дүртөйлө районының Миңеште ауылында йәшәүсе биш балалы ғаилә урамда тороп ҡалған. Ғаилә башлығы Рәнис Фазлиәхмәтов был ваҡытта өйҙә булмаған, ҡатыны Гөлнара һәм балалар өҫтәрендәге бер ҡат кейем менән уттан ҡотолоп өлгөргән. Зыян күреүселәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Был кадрҙар 26 июнь төндә төшөрөп алына. Видео яҙҙырыу ҡайғыһы юҡ, бар ауыл ут сығып киткән ихатаны һүндерергә йыйылған. Төнгө сәғәт беренсе яртыла Миңеште ауылы йорттарының береһенә йәшен һуҡҡан.

Ғаилә башлығы Рәнис Рәшит улы 16 йыл Дүртөйлө ҡалаһының 124-се янғын һүндереү- ҡотҡарыу бүлегендә водитель булып эшләй. Был ваҡыт эсендә байтаҡ фажиғәне күрергә, кешеләргә ярҙам итергә тура килә. Иргә балалары һәм ҡатыны ҡалған үҙ йортонда ут сығып киткән тигән хәбәр килә. Тиҙ арала янҡын һүндереүселәр бригадаһы Миңеште ауылына юллана.

Тәү сиратта эштә булған иремә шылтыраттым, ти Гөлнара Фәзлиәхмәтова. Оҙайлы эҫе көндәрҙән һуң көтөп алынған ямғыр бәлә килтерер тип бер кем дә уйламай. Йәшен йәшнәүенән йоҡлай алмай ятҡан Гөлнара тәҙрәләрҙе ябырға, электр утына тоташтырылған техниканы һүндерергә тип тора.

28 йыл буйына тәртипкә килтергән, төҙөкләндергән йортто һанаулы минуттар эсендә ут ялмап ала.

Һарай эсендәге 3 һыйыр, үгеҙ- быҙауҙар,тиҫтәләгән ҡош-ҡорт һәм себештәрҙе уттан ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Ауылда үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаһының насар эшләүе, ҡайһы саҡ һыуҙың бөтөнләй булмауы хәлде киҫкенләтә генә. Хәйер, ут ялҡыны күршеләргә күсеп өлгөрмәй.

Һәр янғын – ул ҡот осҡос фажиғә, уның турала эштә белеп ҡалыу тағы ла ҡурҡынысыраҡ, ти Дүртөйлө ҡалаһынаң 124-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлеге етәксеһе. Ауыр хәлдә Фәзлиәхмәтовтарға коллегалары, ауыл халҡы, күршеләр яңғыҙ ҡалдырмай, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышалар.

Дүртөйлө районында ошо арала йәшен арҡаһында 3 янғын теркәлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы граждандарҙы һаҡ булырға саҡыра. Ә Фәзлиәхмәтовтар алдында иһә ҡышҡа тиклем йортто тергеҙеү бурысы тора. Оло ҡаза күргән күп балалы ғаилә ярҙамға мохтаж. Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ мәҡәле. Уларға һәр сумма - ҙур ярҙам. Экранда күрһәтелгән һандар буйынса зыян күреүсе ғаиләгә иғәнә ебәрергә мөмкин. Хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам итәйек!

Әлфинә Килдейәрова

Һаҡлыҡ банкы иҫәбе - 2202 2020 5195 3028 (Рәнис Рәшит улы)

Карта 8-937-308-19-59 телефон һандарына бәйләнгән

Фото №1 - Янғындан зыян күргән ғаиләгә ярҙам кәрәк!
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ