Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән күләмле ижади фестиваль сиктәрендә республика район-ҡалаларында бай программалы тамашалар үтә. Сит ил ҡунаҡтары бөгөн Учалы, Нуриман, Тәтешле райондарында, Өфө, Октябрьский ҡалаларында сығыш яһап урындағы халыҡ менән аралашты.
Халыҡ-ара фольклориада сиктәрендә ойошторолған йыр-моң һәм дәртле бейеүҙәргә үрелеп барған сығыштарҙан тыш, тамашасылар төрлө ҡитғаларҙа йәшәгән милләттәрҙең ҡул эштәре менән дә таныша алды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Салауат майҙанындағы сатырҙарҙағы сауҙа рәттәрендә француз яулығын, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен,һәм сувенир ҡурсаҡтарҙың күңелеңә ятҡанын һайлап, һатып алырға мөмкин. Йәнле сауҙа барған рәттәрҙә һатыусылар ҙа, халыҡ та битлектәрҙә барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәп эш итә.
Венера Мөхәмәтова халыҡ-ара фольклориадала ирекмән булараҡ ҡатнаша. Эшен тамамлағандан һуң был майҙандағы сауҙа рәттәрен ҡарарға, күңеленә ятҡан биҙәүестәр һатып алырға ашыға.
Бейеүсе ҡурсаҡтарҙы Өфөнән Мария һәм Сергей Обуховтар ижад иткән. Һалам һәм йүкәнән эшләгән сувенирҙар туристарҙа ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Обуховтар йәнәшәһендә ағасты һырлау оҫтаһы Семен Веленко. Ул халыҡ-ара фольклориадаға Омск ҡалаһынан килгән. Дүртенсе быуында нәҫел эшен дауам итеүсе оҫта 35 дана матрешкалар эшләгән.
Донъяның төрлө тарафтарынан халыҡ биҙәү сәнғәтенең сағыу өлгөләрен тәҡдим итеүселәр араһында Төнъяҡ Америкаланан мексикалылар ҙа бар.
Халыҡ-ара фольклориадаға мексикалылар 16 cәғәтлек оҙон юл үтеп килгән. 37 кешенән торған делегацияла бейеүсе, музыканттарҙан тыш, ҡул эштәрен тәҡдим иткән оҫталар ҙа бар. Мексика нағыштарыда натураль буяуҙар ҡулланыла, киң таралған кактус үҫемлеге һәм колибри ҡоштары һүрәтләнгән.
Рита Гобос һәм Роза Гонсалес Мексика милли нағыштары хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Мексикала 40 меңдән ашыу милли әйберҙәр етештергән артелдәр эшләй, уларҙа 15 мең төрлө продукция сығарыла. Сувенир продукцияһы араһында ябай һәм крос өсөн сандалиҙан алып, өҫ кейемдәре, мунсаҡтан эшләнгән беләҙектәр һәм муйынсалар. Кейем-һалымда, ашъяулыҡ һәм мендәрҙәрҙә лә сағыу төҫтәр ҡулланылған.
Район-ҡалаларҙа сығыш яһаған ижади коллективтар артистары пцр тестар аша үтте. Стандарт процедура баршында башҡорт медиктары һәм сит ил вәкилдәре бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап торҙо. Ете ил вәкилдәрен : Венгрия, Ҡырығыҙстан, Черногория, Коста-Рика, Америка, Швейцария һәм Албанияны берләштергән ансамблдәр Учалының «Таусы» стандионында сығыш яһаны.
Өфөлә « Торатау» конгрес-холл бинаһы янындағы төп майҙанда көндөҙ Ҡаҙағстан, Испания вәкилдәре, ә киске программала Франицияның»Плантес» һәм Мәскәүҙән волынка-ҡыуыҡлы һорнай оркестары сығыш яһаны
Октябрьский ҡалаһында ойошторолған мәҙәни сара Испания, Колумбия, Болгария, Мексика кеүек илдәр әҙерләгән сағыу программанан торҙо. Тәтешлелә иһә Әзербажан, Һиндостан, Эстония, Чили, Парпгвай, Бенин, Камерун илдәренең вәкилдәре сығыш яһаны.Ҡала үҙәгендәге төп майҙан ижади төркөмдәрҙең күплегенән, уларҙың сағыу костюмдарынан балҡып торҙо. Әлбиттә, фестивалдең төп өлөшө Өфө үҙәгендә үтә.
Фольклориада уҙғарылған бөтә район-ҡалаларҙа хәүефһеҙлек сараларына төплө иғтибар бүленә. Санитар талаптар үтәлеше даими тикшерелә, ҡунаҡтарҙың һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеге күҙәтеү аҫтында ҡала. Ижад, йыр-моң, бейеү, сәнғәт тантанаһы республикала 10 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Гүзәл Борханова




