Һәр кемгә өлгө булырҙай уңған ғаиләләр республиканың һәр район-ҡалаһында бар. Атай нигеҙен һаҡлап йәшәүселәр ҙә етерлек. Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылынан Шәриповтар татыу, эшһөйәр ғаилә булараҡ абруй ҡаҙанған.
Килен ҡәйнә тупрағында ярала тигәндәй Шәриповтар эште кәңәшләшеп башҡарырға өйрәнгән. Бигерәк тә йәйге аласыҡта эш ырамлы бара. Ҡышҡылыҡҡа етерлек ҡорот, сәйгә һалып эсерлек үләндәр киптерелә. Мейестә күмәк ғаиләгә икмәк тә ҡабарып бешә. Мәстүрә Шәрипова улы менән килененә төп терәк-таяныс. 2005 йылда тормош иптәшен юғалтыуға ҡарамаҫтан, рух ныҡлығын юғалтмай.
Һаҡмар йылғаһы буйында йәшәгән Гөлиә һәм Зөфәр Шәриповтарға төбәктә һоҡланып ҡарамаған кеше юҡ. Уларҙың йорто ла әллә ҡайҙан уҡ балҡып, ауылға йәм биреп тора. Өй хужаһы атай нигеҙен һыуытмай, унан ҡалған кәсеп менән бөгөнгө көндә ныҡлы шөғөлләнә. Бөгөн аҙбарҙа 20 баш һыйыр, 50-гә яҡын йылҡы малы аҫрала.
Шәриповтарҙың балалары ла төрлө яҡлап яулаған уңыштары менән ҡыуандыра. Мул тормошта, бәхеттә йәшәүҙең сере лә ябай - һәр ваҡыт бер төптән булыуҙа, бер-береңде ихтирам итеүҙә, ти улар.
Азат Ғәлиуллин






