«Инмаш» концерны производство майҙандарын, продукция ассорттиментын киңәйтеүгә

«Инмаш» концерны Стәрлетамаҡ ҡалаһында производство майҙандарын, продукция ассорттиментын киңәйтеүгә 716 миллион һум аҡса йүнәлтәсәк.

Ошо маҡсатта Элеватор урамындағы ташландыҡ бинала реконструкция эштәре башланған. Күләмле проект Хөкүмәт йортонда үткән «Инвестиция сәғәте»ндә лә хупланды. Компания Башҡортостанда 2009 йылдан алып уңышлы эш алып бара.

Төп производство майҙандары элекке Үтә теүәл станоктар заводында урынлашҡан. Яңы бинала станоктар, автомобилдәр төҙөлөшө, авиация сәнәғәте өсөн төрлө деталдәр етештереләсәк. Юғары интеллектуаль технологияларҙы үҙләштереү импортты алмаштырыу йүнәлешен әүҙемләштерер тип көтөлә.

Үтә теүәл производство булғас, махсус станоктар талап ителә. Улар беҙҙең технологик талаптар буйынса эшләнәсәк. Әлегә технологик ҡорамалдар буйынса ҡайһы предприятиеға заказ биреү мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Продукция етештергәндә энергияны аҙ сарыф итеп, сығымдарҙы кәметеү маҡсатын ҡуйҙыҡ.

Абдулмалик Рәхимов, «Инмаш» компаниялар төркөмө генераль директоры урынбаҫары

«Инвестиция сәғәте»ндә федераль трассаларҙа автомобиль газ йыйыу компрессор станциялары төҙөлөшө проекты ла ҡаралды. Компания был йүнәлешкә дүрт йыл эсендә миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Эшлекле осрашыуҙа төҙөлөшкә ер участкалары бүлеү, проектты субсидиялау мәсьәләләре ҡаралды.

Фото №1 - «Инмаш» концерны производство майҙандарын, продукция ассорттиментын киңәйтеүгә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ