Байрам уңайынан ишле балалар тәрбиәләгән, өлгөлө һәм батыр ул-ҡыҙҙар үҫтергән ғаиләләргә Рәсәйҙең һәм Республиканың юғары наградалары тапшырылды. Яуаплы һәм хәстәрлекле ата-әсәләр Башҡортостандың алтын фонды, тине Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп. Байрам көнөндә юғары баһаға лайыҡ булыусылар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.
Стәрлетамаҡтан Шваревтар ғаиләһен умарта күсе менән генә сағыштырырға мөмкин. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәре өсөн генә түгел, ғаилә йүнселлеге, уңғанлығы менән дан тота. 10 бала тәрбиәләгән Шваревтар бөгөн бүләкләнеүселәр араһында. Өлгөлө ғаиләгә «Ата-әсәлек даны» ордены тапшырылды.
Рәсәй кимәлендәге ошондай уҡ юғары наградаға Өфөнән Сәйбаталовтар ҙа лайыҡ булды. 8 бала тәрбиәләгән ғаилә әүҙем тормош алып бара, ғаилә башлығы йөҙөү буйынса турнирҙар чемпионы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күркәм ғаиләләр республиканың төп байлығы. Башҡортостанда «Ата-әсәлек даны» орденына бөтәһе 6 ғаилә лайыҡ булған.
Тантанала Башҡортостандың «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы ла тапшырылды. Был награда республикала 2014 йылдан тапшырылып килә, уға билдәле йәки ҡаһарман ул-ҡыҙҙар үҫтергән 15 ғаилә лайыҡ булған. Был юлы бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ата-әсәһе лә бар. Әммә Бибинур Ғәлим ҡыҙы менән Миңлеғәни Бәхтеғәни улы сырхап тороу сәбәпле тантанаға килә алмаған. Үҙем награда алғандан да нығыраҡ тулҡынландым, ти Айҙар Ғәлимов.
«Һеңлекәш» фильмында төп ролде уйнаған Арыҫлан Ҡырымсуриндың исеме лә республика халҡына яҡшы таныш. Йәш актерҙың оҫталығы халыҡ-ара кимәлдәге абруйлы премиялар менән баһаланған да инде. Талантлы ул үҫтергән Гүзәл Рафаэль ҡыҙы менән Вәғиз Баязит улы ла бөгөн «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булды.
Бүләкләнеүселәр араһында улдары Төнъяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған Рәшиҙә Сәйфетдинова менән Әминә Мусина ла бар. Әлбиттә , юғары награда кеше ғүмерен кире ҡайтара алмай. Йылдар үтһә лә күңел яралары уңалмай. Әммә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған улдарыбыҙҙы онотмауҙары өсөн рәхмәт, ти әсәләр.
Әбйәлил районы Рауил ауылынан Данир Мөхәмәҙиевтың да ҡаһарман йөрәкле ил һаҡсыһы буласағына шик юҡ. 15 йәшлек үҫмер быйыл һыуға батҡан малайҙы ҡотҡарған. Йылғанан тартып сығарғанда пульсы юҡ ине, яһалма тын алдырыу эшләргә тура килде. Дәрестә алған белемдең файҙаһы тейҙе, ти ул. Юғары награда Данирҙың уҡытыусыһына ла тапшырылды.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантанала бөтәһе тиҫтәнән ашыу дәүләт наградаһы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр фекеренсә, юғары баһа киләсәккә оло яуаплылыҡ та өҫтәй, улар иңендә ғаилә ҡиммәттәрен быуындан-быуынға тапшырыу бурысы ла ята. Сөнки тормош бер урында ғына тормай, глобалләштереү бара, заманса технологиялар үтеп инә.
Әммә йәмғиәттең һөйөүгә ышанысҡа ихтирамға ҡоролған ячейкаһы дәүләттең төп һәм иң ныҡлы нигеҙе булып ҡала. Әгәр беҙ бөгөн ышаныслы киләсәк хаҡында һөйләйбеҙ икән уның тамырҙары ғаиләлә, кешелә телгә лә илгә лә, тарихҡа ла, хеҙмәткә лә һөйөү орлоҡтары тап тыуған йортта һалына.
Рәмзиә Кәримова






