Малай-ҡыҙҙарға бүләк. «Демография» милли проекты сиктәрендә Дүртөйлө ҡалаһында яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. 220 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында кескәйҙәрҙең көндәлеген файҙалы, күңелле һәм хәүефһеҙ итеп ойоштороу өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Социаль объектта иркен бүлмәләр, спорт майҙаны, музыкаль кабинет, ашхана һәм уйын майҙансығы төҙөлгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Әлегә буш торған музыка кабинеты сентябрҙә малай-ҡыҙҙар йырҙарынан, бейеүҙәренән гөрләп торасаҡ. Дүртөйлө ҡалаһының яңы биҫтәләренең береһендә сафҡа ингән балалар баҡсаһына 200-ҙән ашыу кеше ҡабул ителәсәк. Учреждениела уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, белем биреү, ял сәғәттәрен ойоштороу өсөн заманса шарттар ҡаралған.
Кескәйҙәр өҫтәлендәге ризыҡтар балалар баҡаһындағы ашханала әҙерләнәсәк, шуға ла өс ҡатлы бинала йөк һәм пассажир лифттары төҙөлгән. Бинала шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар өсөн пандустар урынлаштырылған. Яҡты бүлмәләрҙә иркен уйын майҙансыҡтары, йоҡо һәм түңәрәктәр бүлеге ҡаралған.
2019 йылдың авгусында төҙөлә башлаған объект килешелгән ваҡытта төҙөлөп бөткән, бинала хәүефһеҙлек талаптары буйынса тикшереүҙәр тамамланған. Учреждение төҙөлөшөнә ҡаҙнанан 188 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Әле заманса балалар баҡсаһында кескәйҙәр төркөмө төҙөлә, бинаны биҙәү эштәре дауам итә.
Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн 12 төркөм ойоштороласаҡ тип көтөлә. Яңы объектта малай-ҡыҙҙарҙың көндәлеген хәүефһеҙ итеп үткәреү өсөн видеокүҙәтеү системаһы эшләп торасаҡ. Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алған учреждение ишектәре 1 сентябрҙә асыласаҡ тип күҙаллана.
Флорида Ким




