“Ата-әсәйем менән ғорурланам. Улар беҙҙе тырыш, егәрле һәм яуаплы булырға өйрәтте”

Фото №1 - “Ата-әсәйем менән ғорурланам. Улар беҙҙе тырыш, егәрле һәм яуаплы булырға өйрәтте”

Шулай тип белдерҙе Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан өлгөлө ғаиләләрҙе бүләкләү тантанаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов. Бөгөн йырсының атаһы һәм әсәһе “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булды.

“Ата-әсәйем менән ғорурланам. Улар беҙҙе тырыш, егәрле һәм яуаплы булырға өйрәтте”

Өфөнән Сәйетбатталовтар ғаиләһендә 8 бала тәрбиәләнә. “Беҙ бергә уйнайбыҙ, ял итәбеҙ һәм дәрес әҙерләйбеҙ”, - ти Карина һәм Рафаэль Сәйетбатталовтар.

“Ата-әсәйем менән ғорурланам. Улар беҙҙе тырыш, егәрле һәм яуаплы булырға өйрәтте”

Бөгөнгө тантанала ҡаһарман улдар тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә бүләкләнде. Дәүләт наградаларын Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ