Камерун вәкиле “Юлдаш” радиоһын тыңлаусыларға сәләм тапшырҙы

Фото №1 - Камерун вәкиле “Юлдаш” радиоһын тыңлаусыларға сәләм тапшырҙы

Бөгөн Бөтә донъя Фольклориадаһының алтынсы көнө. Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыусылар республика райондары һәм ҡалалары буйлап сәфәрен дауам итә. Бөгөн тамашалар Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Асҡын райондары һәм Сибай, Нефтекама ҡалаларында ойошторолдо. Өфөлә “Фольклориада йөрәге” тигән төп сәхнәлә тамашалар уҙғарыла. Концерт “Ватан” этнопаркында бара. Унда сит ил коллективтары һәм саҡырылған артистар сығыш яһай. Хәбәрсебеҙ Зөһрә Арсаева репортажы.

Камерун вәкиле “Юлдаш” радиоһын тыңлаусыларға сәләм тапшырҙы
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ