Ул сеймалды урында эшкәртеү мөмкинлеге бирә. Проект Башҡортостандың үҫеш корпорацияһында ҡаралды. Питомникта әле һырғанаҡ эшкәртелә, орлоҡ, май сығарыла. Предприятие уларҙы эске баҙарға ла ҡуя, экспортҡа ла оҙата. Былтыр “Столыпин” питомнигы “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү үҙәге төҙөү проектын тәҡдим иткәйне. Һөҙөмтәлә ул өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде.




