Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе

Фото №1 - Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе

Эшлекле даирәләр вәкилдәре Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш уреждениеларына ингәндә граждандар өсөн ковидҡа ҡаршы өҫтәмә сикләүҙәрҙе күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Документ республика етәксеһе тарафынан Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенә юлланды. Ведомство етәксеһе Анна Казак яуабында дөйөм туҡланыу ойошмаларында Ковид сығанаҡтары теркәлмәгән тиелә. Шуға ла санитар-эпидемиология талаптары үтәлгәндә сикләүҙәрҙе күсереү мөмкинлеге бар. Ошо нигеҙҙә Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә ҡаршы юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указына үҙгәрештәр индерҙе. Документҡа ярашлы, ябыҡ типтағы һәм 50 кешенән артығыраҡ урындар булған биналарҙа вакциналаныу, ПЦР һөҙөмтәләре тураһында мотлаҡ белешмә тәртибе 12 июлдән 26 июлгә күсерелә. Ул матурлыҡ, косметика, СПА һәм массаж салондары, солярийҙар, мунса-сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейн, санатор-шифахана ойошмалары, студенттарҙың дөйөм ятаҡтары, ҡала-ара пассажирҙар ташыусы дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль предприятиеларына, ҡала яны “Орлан” поездарына ҡағыла.

Бынан тыш, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башланғысы менән 19 июлде эш хаҡын һаҡлап ҡалып ял көнө итеү тәҡдим ителә. Власть органдарына һәм башҡа учреждениеларға ошо көндә уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе хеҙмәткәрҙәр һанын билдәләү мөһим. 200 кешенән артыҡ кеше булған саралар республика оператив штаб ҡарары нигеҙендә генә үткәрелергә тейеш.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ