Республика райондарында фольклориадала ҡатнашыусыларҙың йомғаҡлау концерттары үтә

Фото №1 - Республика райондарында фольклориадала ҡатнашыусыларҙың йомғаҡлау концерттары үтә

Бөгөн Белоретта Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, Америка Ҡушма Штаттары, Швейцария һәм Албания коллективтары сығыш яһай. Беҙҙең студия менән тура бәйләнештә Венгрия ансамбле кураторы, республика Милли музейы хеҙмәткәре Илдар Шәрипов.

-Илдар, хәйерле көн! Тамашасылар Венгрия коллективын нисек ҡаршыланы? Артистар үҙҙәре ниндәй фекерҙә?

Республика райондарында фольклориадала ҡатнашыусыларҙың йомғаҡлау концерттары үтә

-Рәхмәт! Беҙҙең студия менән тура элемтәлә Илдар Шәрипов булды. Ул Венгрия коллективы кураторы.

Фольклориадала ҡатнашыусылар бөгөн Белореттан тыш, Ишембай, Благовещен һәм Илеш райондарында сығыш яһай. Өфөләге концерт иһә көндөҙгө сәғәт 2-лә Салауат Юлаев майҙанында башлана. Киске 6-ла “Фольклориада йөрәге”ндә сағыу тамаша башлана. Унда төрлө ил коллективтары ҡатнаша. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы саранан тура эфир алып бара. Өфөлә 3 фан-зона булдырылған. “Беренсе май”, “Дим” һәм “Тулҡын” мәҙәниәт һәм ял парктарында урынлаштырылған ҙур экрандарҙа тура трансляция ҡарарға була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ